Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛИН Айтмөхәмәт (Айтжан) Абдулла улы

Просмотров: 1628

АБДУЛЛИН Айтмөхәмәт (Айтжан) Абдулла улы (29.11.1924, Ҡырғыҙ АССР‑ы Олотау ҡсб — 12.6.2010, Алматы ҡ., Ҡаҙағстан), геолог. Ҡаҙағстан Республикаһы Милли ФА академигы (1979), БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), геология‑минералогия фәндәре докторы (1971), профессор (1973). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡаҙаҡ университетын тамамлаған (Алма-Ата ҡ., 1953). 1974—96 йй. Ҡаҙағстан Республикаһы ФА‑ның Геология фәндәре институты директоры (Алматы ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре Ҡаҙағстан һәм уның менән сиктәш территорияларҙың геологик төҙөлөшө проблемаларына арналған. Ҡомкүл нефть һәм газ ятҡылығын асыуҙа ҡатнашҡан. Ҡаҙағстан Республикаһы ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. СССР-ҙың (1978, 1985), Ҡаҙаҡ ССР‑ының (1978) Дәүләт премиялары лауреаты. Октябрь Революцияһы (1984), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944), сит ил ордендары менән бүләкләнгән.

  Хеҙм.: Комплексные исследования земной коры Мугоджар и проблемы связи тектонических структур Урала, Тянь-Шаня и Центрального Казахстана. Алма-Ата, 1978.

Ә.Й.Закиров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.06.2022
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0