Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБҘАҠ ТӨҘӨЛӨШ ТАШТАРЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1459

АБҘАҠ ТӨҘӨЛӨШ ТАШТАРЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил һәм Белорет райондары сигендә Көркәк һыртында, Белорет ҡ. көньяҡ-көнсығышҡа 25 км һәм Яңы Абҙаҡ тимер юл ст. төньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1976 й. асыла. Урта девондың Ирәндек свитаһы тоҡомдарына тура килә. Эшкә яраҡлы ҡатлам андезит‑базальт составлы эре киҫәкле туфтарҙан һәм пироксен‑плагиоклаз порфириттарынан тора. Ҡалынлығы яҡынса 94 м. Химик составы: кремний (47—55%), алюмин (15—19%), тимер (2—11,8%), титан (0,4—0,5%) һ.б. окистары. Тығыҙлығы — 2,85 г/ см3, күҙәнәклелеге — 0,94%. А.т.т.я. үтә ҡаты ҡырсынташы юл төҙөлөшөндә һәм АЭС төҙөгәндә ауыр бетонға ҡатышма булараҡ ҡулланыла. “Башкиравтодор” ДУП-ы эшкәртә.

Ғ.Ш.Жданов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.09.2022
Связанные темы рубрикатора: