Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠЫҠ, тау тоҡомо

Просмотров: 1528

АҠЫҠ (гр. acátēs), халцедондың йәшерен кристаллы агрегатынан торған тау тоҡомо. Төрлө ҡалынлыҡтағы һәм төҫтәге таптар һәм һыҙыҡтарҙың күп тапҡыр сиратлашыуы хас. Төҫө буйынса А. бер төрлөләргә, нәҙек һыҙыҡлыларға һәм таплыларға айырыла. Бер төрлөләре: карнеол (ҡыҙыл), сапфирин (күкһел йәшел), сардер (көрән), хризопраз (йәшел). Һыҙыҡлылар: төрлө составлы оникстар. Таплылар: гелиотроп (ҡыҙыл таптар йәки йәшел фондағы һыҙыҡтар), моховиктар (ҡара йәки йәшел ҡушылдыҡлы һөттәй аҡ). БР территорияһында А. ҙур запастары Силәбе өлк. сигендә (Магнитогорск ҡ. көньяҡ-көнбайыштараҡ) табылған. Биҙәү һәм ярым аҫыл таш.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: