АЛЕВРОЛИТ
835
АЛЕВРОЛИТ (гр. aleuron — он һәм ...лит), ҡатҡан ултырма тау тоҡомо. 50%‑ы һәм унан да күберәге алеврит үлсәнешендәге (0,01—0,1 мм) минерал бөртөксәләренән тора. Ҡомташтар (ҡом) һәм аргиллиттар (балсыҡ) аралығындағы тау тоҡомо. Ватыҡ материал үлсәме буйынса (мм) эре (0,05—0,1), уртаса (0,025—0,05) һәм ваҡ (0,01—0,025) бөртөклөләргә бүленә; составы буйынса — кварцлы, ялан шпаты‑кварцлы, полимиктлы һ.б. Төҙөлөш материалдары сәнәғәтендә ҡулланыла. Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының палеозой һәм рифей-венд ултырма ҡатламдарында киң таралған.
А.А.Алексеев
Тәрж. Э.М.Юлбарисов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: