Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЕКСЕЕВ Анатолий Алексеевич

Просмотров: 1464

АЛЕКСЕЕВ Анатолий Алексеевич (18.2.1938, БАССР‑ҙың Краснокама районы Арлан а. — 17.9.2008, Өфө ҡ.) геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1994). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Геология институтында эшләй (1992 й. алып лаборатория мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге магматизм, метаморфизм, файҙалы ҡаҙылмаларҙы һәм Урал көнбайыш битләүе һәм Көньяҡ Уралдың һуңғы кембрий алды осороноң геологик үҫеше тарихын өйрәнеү менән бәйле. А. тарафынан мәҡсүт метаморфик комплексының, Урал көнбайыш битләүенең кембрий алды магматизмының йәш буйынса бүлгеләү һәм корреляциялау стратиграфик схемаһы эшләнгән; Уралда ордовик алды метаморфик айырымлыҡтың булыуы һәм төбәктә таралыуы дәлилләнгән, доуралид составында рифеидтарҙың бүленеүе тураһындағы төшөнсә киңәйтелгән, БР территорияһы алмаслы булыуының геологик шарттары ҡаралған.

  Хеҙм.: Магматические комплексы зоны хребта Урал-Тау. М., 1976; Рифейско-вендский магматизм западного склона Южного Урала. М., 1984.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.08.2022
Связанные темы рубрикатора: