ӘХТӘМОВ Әбүсүғүт Әбделхалиҡ улы
ӘХТӘМОВ Әбүсүғүт Әбделхалиҡ улы (1843, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе — 1920), Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. 1906 й. алып Рәсәй мосолмандары союзы ағзаһы. Коллегия асессоры. Ахун ғаиләһенән. Университеттан һуң (1871) Өфө губернаторы ҡарамағында махсус йомоштар б‑са чиновник булып хеҙмәт итә. 1881—86 йй. Бәләбәй өйәҙ земство башҡармаһы рәйесе, 1891—93 йй. суд тәфтишсеһе. 1895—1901 йй. Ырымбур мосолман диниә назаратыныңпочётлы секретары, 1902—06 йй.Өфө округ судының присяжный вәкиле, Бәләбәй мировой суд округының почётлы мировой судьяһы. Думала аграр комиссия ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы лидерҙарының береһе. 1906 й. июлендә Выборг ҡ. Думаны таратыуға ҡаршылыҡ билдәһе итеп дәүләт власы органдарына граждандар буйһонмауына саҡырыусы “Халыҡ вәкилдәренән – халыҡҡа” өндәмәһенә ҡул ҡуя, бының өсөн суд яуаплылығына тарттырыла, әммә аҡлана (1907 й. дек.). 1‑се мосолман съезын ойоштороусыларҙың береһе һәм 4‑се съезы делегаты.
Әҙәб.: Ибн.Ә.Әхтәмов мәҡ. ҡарағыҙ.
С.М.Исхаҡов
Тәрж. М.Х.Хужин