Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АМФИБОЛДАР

Просмотров: 1337

АМФИБОЛДАР (грек телендәге amphibolos — аңлайышһыҙ), магмалы һәм метаморфик сығышлы, үҙенсәлекле структуралы минералдар. Составтары буйынса магний‑тимерле (антофиллит, куммингтонит), кальцийлы (тремолит, актинолит), кальций-натрийлы (мөгөҙ обманкалары, арфведсонит) һәм һелтеле (глаукофан, рибекит, кроссит) А. айыралар. Кристалдары призматик, энәле йәки сүсле. Структураһы таҫмалы; төҫһөҙҙәр йәки, тимер күләменә ҡарап, ҡара төҫкә буялғандар. Ҡатылығы 5—6,5; тығыҙлығы 2850—3600 г/м3. Сәнәғәттә — А. асбест төркөмөн барлыҡҡа килтереүсе сүсле төрҙәре; зәргәрлек эшендә нефрит булараҡ билдәле булған сыуалған сүсле тығыҙ тремолит һәм актинолит массалары ҡулланыла. Башҡортостанда А. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә Машаҡ свитаһы метабазальттарында (актинолит) һәм мәҡсүт метаморфик комплексында (глаукофан, кроссит) үҫешкән. Белорет метаморфик комплексының йәшел һәүерташтарында һәм амфиболиттарында (актинолит һәм мөгөҙ обманкаһы) һәм Магнитогорск мегасинклинорийының үҙгәргән йәшел ташлы вулканиттарында (мөгөҙ обманкаһы, актинолит) бар.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.04.2024
Связанные темы рубрикатора: