Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АМФИБОЛИТ, метаморфик тау тоҡомо

Просмотров: 1381

АМФИБОЛИТ, метаморфик тау тоҡомо. Амфибол, плагиоклаз һәм минераль ҡушылмаларҙан тора. Үҙенсәлекле өҫтәлмә минералы буйынса гранат, биотит, кианит, цоизит һ.б. А. айыралар. Структураһы гранобласлы йәки нематобласлы, текстураһы һәүерташлы. Төҫө ҡуйы һоронан ҡуйы йәшелгә тиклем. Төҙөлөш материалы сифатында файҙаланыла. Башҡортостанда Көнсығыш Европа платформаһының кристаллы нигеҙендә һәм белорет метаморфик комплексында бар.

Әҙәб.: Геология СССР. Т.13. Ч.1. М., 1964; Саранчина Г.М., Шинкарёв Н.Ф. Петрология магматических и метаморфических пород. Л., 1973.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.09.2022
Связанные темы рубрикатора: