АНГИДРИТ, минерал
АНГИДРИТ (грек телендәге an- — кире приставка һәм hydor — һыу), 1) сульфаттар класы минералы, Ca[SO4], составында барий, стронций, магний ҡушылмалары булыуы мөмкин. Кристалдары пластинка, ҡалын пластинка һәм призма рәүешендә. Агрегаттары тығыҙ, бөртөклө, сүсле һ.б. Төҫһөҙ, аҡ, зәңгәрһыу. Быяла кеүек ялтыр, ҡатылығы 3,5—3,8; тығыҙлығы 2900—3000 кг/м3, йәбешкәклеге камил. 2) А. минералынан торған ултырма тау тоҡомо. Көнбайыш Башҡортостанда аҫҡы пермдең Көңгөр ярусында таралған. Ултырмалары Бәләкәй һәм Ҙур Ҡалпаҡ ҡаяһының (Иглин районы Охлебинин а. тирә-яғы) түбәнге өлөшөндә өҫкә сыға.
Әҙәб.: Заварицкий А.Н. Избранные труды. Т.1. М., 1956; Годовиков А.А. Минералогия. М., 1975.
А.А.Алексеев
Тәрж. Э.М.Юлбарисов