АНДРЕСОН Борис Арнольдович
АНДРЕСОН Борис Арнольдович (3.1.1939, Краснодар крайы Тбилисский станицаһы — 3.5.2004, Өфөҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1999). БАССР‑ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1985). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтын тамамлағандан һуң (1961) Ҡаҙағстанда Аралсор нефть разведкалау экспедицияһы инженеры булып эшләй, 1963 й. алып “Ярославнефтеразведка” тресының техник партияһы начальнигы. 1973 й. башлап Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире һәм лаборатория мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге тәрән һәм үтә тәрән скважиналарҙы ҡаҙыу өсөн быраулау иретмәләре рецептураларын эшләүгә бәйле. А. етәкселегендә нефть ҡатламдарын беренсел һәм икенсел асыу ваҡытында ҡулланылыусы экологик яҡтан таҙа быраулау иретмәләре индерелгән, БР һәм РФ нефть ятҡылыҡтарында индерелгән быраулау келәттәрен гидроизоляциялау технологияһы эшләнгән.
Е.В.Лозин
Тәрж. Э.М.Юлбарисов