Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1521

АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, РФ‑та иң эре ятҡылыҡтарҙың береһе һәм БР‑ҙа иң ҙуры. Республиканың төньяҡ-көнбайышында Краснокама, Ҡалтасы, Дүртөйлө, Илеш райондарында һәм Удмурт Республикаһының көньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Бөрө биләненең Арлан ҡалҡыуына тура килә. Оҙонлоғо яҡынса 120 км, киңлеге 10—25 км. Ятыштары көмбәҙле, ҡатламлы, литологик. Аҫҡы карбондың визе ярусы терриген ултырмалары, шулай уҡ аҫҡы карбондың турней ярусы һәм урта карбондың мәскәү ярусы карбонат ултырмалары нефтле. Ултырмалар ятышы тәрәнлеге 930—1450 м. Запастарҙың төп өлөшө (яҡынса 90%‑ы) 35—105 м ҡалынлыҡтағы визе ярусы терриген ҡатлауының 9 ҡатламына тура килә; ҡатламдар бырауланған, запастарҙың байтаҡ өлөшө алып бөтөлгән. Аҫҡы карбондың турней ярусы карбонат ултырмалары, айырым участкаларын иҫәпкә алмағанда, файҙаланыуға тапшырылмаған. Нефте ауыр (тығыҙлығы 0,869—0,904 г/см3), юғары ҡуйылыҡта (30 МПа•с тиклем), юғары көкөртлө (3%‑ҡа яҡын), газ факторы 15—17 м33. 1955 й. асыла, 1958 й. файҙаланыуға тапшырыла. “Арланнефть”, “Чекмагушнефть” НГДУ‑лары үҙләштерә. Арлан, Вятка, Йосоп, Николо-Берёзовка, Яңы Хажи майҙандары билдәле. А.н.я. РФ‑та беренсе тапҡыр юғары ҡуйылыҡтағы нефтле продуктив ҡатламдарға һыу ебәреү ысулы индерелә.

Әҙәб.: Геологическое строение и разработка Арланского нефтяного месторождения. Уфа, 1997.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.09.2022
Связанные темы рубрикатора: