Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРТЮШКОВА Ольга Викторовна

Просмотров: 1143

АРТЮШКОВА Ольга Викторовна (20.9.1948, Черкассы ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2010). И.В.Артюшковтың апаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Бөрө районының Осиновка урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1973 й. алып Геология институтында: өлкән лаборант, 1993 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2001 й. — лаборатория мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге девон биостратиграфияһына арналған. А. тарафынан Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүе девонының вулканоген-ултырма ҡатламдарын тикшерелә: конодонт фаунаһын өйрәнеү нигеҙендә уларҙың стратиграфик эҙмә-эҙлелеге раҫлана, ентекле стратиграфия схемаһы эшләнә; ярлыҡап, боғаҙаҡ, бейәғаҙы, аҡтау свиталары айырып күрһәтелә; мәғдән һыйҙырышлы баймаҡ-бүребай свитаһы, ҡарамалыташ свитаһы һ.б. күләме һәм сиктәре аныҡлана.

   Хеҙм.: Стратиграфия и корреляция девонских отложений Сибай-Баймакского района Башкирии. Уфа, 2002 (авторҙ.); Стратиграфия и корреляция девонских отложений Магнитогорской мегазоны Южного Урала. Уфа, 2010 (авторҙ.); Девонские конодонты из вулканогенно-кремнистых отложений Магнитогорской мегазоны Южного Урала. Уфа, 2014.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.08.2022
Связанные темы рубрикатора: