Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСБЕСТ, минерал

Просмотров: 1368

АСБЕСТ (гр. asbestos — ҡаҡшамаҫ, һүнмәҫ), магний, тимер, өлөшләтә кальций һәм натрийҙың һыулы силикаттары класы минералдары. Структураһы сүсле, төҫө йәшкелт һоро, аҡ, зәңгәр; ялтырауығы ебәк һымаҡ. Ҡатылығы — 2—2,5; тығыҙлығы — 2500 кг/м3. Гигроскопик, юғары һығылмалы, яҡшы диэлектрик. Хризотил-А. һәм амфибол-А. айыралар. Иң киң таралғаны һәм ҡулланылғаны (95%) булып хризотил-А. тора. Амфибол-А. тремолит, актинолит, антофиллит, крокидолит һ.б. ғибәрәт. А. асбест‑цемент изделиелар сәнәғәтендә һәм резина‑асбест сәнәғәтендә ҡулланыла. БР‑ҙа хризотил-А. ятҡылығы Учалы районында (Ураҙ) асылған; хризотил-А. сығанаҡтары — Учалы (Янтыҡбаш), Хәйбулла (Ураҙбай) һәм Әбйәлил (Абҙаҡ) райондарында, амфибол-А. Баймаҡ районында табылған.

А.А.Алексеев, Э.И.Мөлөков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.09.2022
Связанные темы рубрикатора: