Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАБСАҠ БЕЙ

Просмотров: 1773

БАБСАҠ БЕЙ, ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы башлығы. 15 б. 2‑се ярт. Ете ырыу берләшмәһендә (ҡара: Башҡорт ырыуҙары берләшмәләре) власть өсөн көрәш алып бара. Ул башлыҡ булған осорҙа ырыу бөрйәндәрҙең аҫаба ерҙәренә (ҡара: Аҫабалыҡ) килеп ултыра. “Ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе” б‑са, Б.б. бөрйән ырыуы башлығы Ҡарағөлөмбәт тарафынан үҙ‑ара һуғышта үлтерелә. “Бабсаҡтүбә” башҡ. риүәйәтенә ярашлы, Б.б. Бөрйән р‑ны Аҡбулат а. янында ерләнгән. Б.б. — “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосы геройҙарының береһе.

Әҙәб.: Башҡорт халҡ ижады. 1‑се т. Өфө, 1954; Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос. Уфа, 1987.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019