Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙҘАР

Просмотров: 809

БАЙҘАР (төрк.), башҡ. йәмғиәтенең социаль структураһында өҫтөнлөккә эйә булған халыҡ категорияһы. Күп мал-тыуары (ҡара: Күсмә тормош), ере, капиталы булған аҫаба башҡорттар Б. әйләнгән. Б. бер өлөшөнөң нәҫелдән күсә килгән титулдары (бей, кенәз, мырҙа, тархан, хан), ер биләүҙә һәм ерҙе файҙаланыуҙа өҫтөнлөклө хоҡуҡтары булған. Байғоштар, туҫнаҡтар, ялсылар һ.б. бойондороҡло кешеләр хеҙмәтен файҙаланғандар. Б. ҡәбилә, ырыу һәм ырыу бүленеше башында торған, ҡоролтай, йыйындар һ.б. ойошторған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, Б. араһынан старосталар, старшиналар, йөҙ баштары, кантон башлыҡтары һ.б. һайланған (тәғәйенләнгән).

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019