Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙТИРӘКОВ Нурыл‑Ғаян Нуриәхмәт улы

Просмотров: 1075

БАЙТИРӘКОВ Нурыл‑Ғаян Нуриәхмәт улы [28.11.1890, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 17.5.1974, Өфө], хирург. Мед. хеҙмәте полк. (1959). РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1957). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1939—40 йй. совет‑фин һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1917). 1918—19 йй. Тамбов губерна һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире. 1922 й. алып Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегендә бүлек мөдире, 1923—37 йй. Беренсе совет дауаханаһының (ҡара: Республика клиник дауаханаһы) баш табибы,бер үк ваҡытта Башҡорт мед. техникумы дир. (1926—30) һәм БДМИ уҡытыусыһы. 1939 й. башлап Ҡыҙыл Армияла; Ленинград фронтында — хәрби-санитар поездың мед. бүлеге, 1941—45 йй. 3‑сө Белоруссия фронтында хәрби госпиталдәр начальнигы. 1946—60 йй. БАССР ЭЭМ‑ының мед. хеҙмәтен етәкләй. Респ. тәүгеләрҙән булып йөрәккә (1935), баш һәм арҡа мейеләренә нейрохирургик операциялар яһай. БАССР‑ҙа һаулыҡ һаҡлау эштәрен ойоштороусыларҙың береһе. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1948), “Почёт Билдәһе” (1948) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Б. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Магазов Р.Ш. 100 лет на страже здоровья. Уфа, 1976.

Г.Ю.Мыздрикова, В.А.Скачилов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019