Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙҒОШТАР

Просмотров: 798

БАЙҒОШТАР, башҡ. йәмғиәтенең социаль структураһында ирекһеҙ кешеләр төркөмө. Үҙ хужалығы (ере, малы, эш ҡоралы һ.б.) булмаған аҫаба башҡорттар Б. әйләнгән. Арзан ғына хаҡҡа байҙарға эшкә (ваҡытлыса йәки даими) ялланған. 19 б. батрактар составына ингән. 20 б. 30‑сы йй. башында коллективлаштырыу барышында юҡҡа сыға. Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығышында ғаиләһе һәм торлағы булмаған, осраҡлы эштәрҙә эшләп көн күргән урта йәштәрҙәге ирҙәрҙе Б. тип йөрөтәләр.

Әҙәб.: Янгузин Р.З. Хозяйство и социальная структура башкирского народа в XVIII — XIX вв. Уфа, 1998.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019