Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘКЕРОВ Әнүәр Әкрәм улы

Просмотров: 707

БӘКЕРОВ Әнүәр Әкрәм улы (26.2.1964, Өфө), хирург, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1987), Өфөнөң 38‑се поликлиникаһында, 1989 й. алып Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 2002 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында: баш хирург, 2007 й. — өлкәндәргә мед. ярҙамы ойоштороу бүлеге нач., 2011 й. — БР һаулыҡ һаҡлау министрының 1‑се урынбаҫары, 2014—2018 йй. министр, бер үк ваҡытта 2002 й.  алып БДМУ‑ның өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында хирургик профилле интерндарҙы әҙерләү каф. (курсы) мөдире. 2012—2014 йй. Респ. туберкулёзға ҡаршы диспансерҙа баш табип. Фәнни эшмәкәрлеге аш һеңдереү юлы өҫкө бүлектәренең үткәреүсәнлек һәләтен тергеҙеүҙең хирургик алымдарын өйрәнеүгә арналған. Б. респ. тәүгеләрҙән булып яман булмаған шеш, химик матдәләрҙән яныу һәм ҡыҙыл үңәстең нейромускулдары ауырыуҙары ваҡытында эзофагопластика ҡулланыу ысулын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Ғ.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019