Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙТИРӘКОВ Ғабдуллатиф Хәбибулла улы

Просмотров: 706

БАЙТИРӘКОВ Ғабдуллатиф Хәбибулла улы [29.3.1873, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 23.4.1951, Өфө], Өфө губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—17) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур татар‑башҡ. уҡытыусылар мәктәбендә уҡый. 1894—99 йй. рус армияһында, унтер‑офицер. 1906 й. алып — Дәүләкән урман хужалығы, 1911 й. — Бәләбәй өйәҙе Боғаҙы улусы идараһы хеҙм‑ре. Думала ер комиссияһы ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына ингән. 1920—21 йй. Бүздәк иген әҙерләү пунктында эшләй. 1924—29 йй. Бүздәк кредит ширҡәте бухгалтеры. 1929 й. советтарға ҡаршы агитация алып барыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына, Архангельск ҡ. һөргөнгә ебәрелә. 1933 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1989 й. аҡлана.

Р.Х.Ҡудашев, Л.Ә.Ямаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019