БӘХТИЗИНА Гөлсөм Заһит ҡыҙы
БӘХТИЗИНА Гөлсөм Заһит ҡыҙы (9.11.1932, Ҡазан ҡ. — 16.10.2017, Өфө ҡ.), токсиколог. Медицина фәндәре докторы (1983). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986). З.И.Бәхтизиндең ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) Нуриман районында, 1960 й. алып Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй: 1983 й. башлап бүлек етәксеһе, 1998—2001 йй. баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәт экотоксиканттары тәьҫирендә кешенең нейроэндокрин системаһының патоморфологияһын, төрлө ауырыуҙарҙы дауалағанда пептидтар ҡулланыу һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә арналған. Б. илдә тәүге тапҡыр һөнәри ауырыуҙар ваҡытында яңы дауалау йүнәлешен (биорегуляциялаусы терапия) индерә башлаған.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина