Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘТЕК ЗАВОДЫ

Просмотров: 911

ӘТЕК ЗАВОДЫ, 1790 й. Себер даруғаһы Терһәк һәм Өпәй улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Әтек й. (Өфө й. басс.) буйында М.П.Губин тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Губиндар, 1861 й. алып ҡаҙна, 1881 й. башлап Һирге‑Өпәле тау заводтары ширҡәте; 1917 й. национализациялана. Һирге‑Өпәле тау округына ингән. 1790 й. эшләй башлай. 4 крица горны һәм 2 сүкеше, 19 б. уртаһында 8 крица горны һәм 4 сүкеше була. 18 б. аҙ. заводта 107 мастеровой һәм эшсе кеше, 66 крепостной крәҫтиән (ярҙамсы эштәрҙә); 1860 й. 664 крепостной крәҫтиән; 1900 й. 111 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә. Миним. етештереүсәнлек — 7,5 мең бот тимер (1797), макс. — 137 мең бот (1885) тимер тәшкил итә. 1892—99 йй. эшләмәй. 1900 й. тимерсым һәм ҡаҙауҙар сығара башлай (1911 й. 41,4 мең бот тимерсым һәм 161,3 мең бот ҡаҙау етештерелгән). 60‑сы йй. велосипедтар сығарыу пр‑тиеһына үҙгәртелә. 1999 й. алып “Европа‑Азия машиналар эшләү заводы” ЯАЙ. Хәҙ. завод торамаһы урынында Свердловск өлк. Әтек ҡала тибындағы ҡасабаһы урынлашҡан.

Әҙәб.: Әртә заводы мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.08.2023
Связанные статьи: