Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКАХ, өйләнешеү

Просмотров: 1900

НИКАХ (ғәр.), бер-береһенә һәм балаларға ҡарата ике яҡлы бурыстар һәм хоҡуҡтар биреп, ир м‑н ҡатын араһында йәмғиәт тарафынан урынлаштырылған һәм көйләнгән мөнәсәбәттәр (ҡара: Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре). Башҡорттарға экзогамия, моногамия (бер ҡатын алыу) хас булған; полигиния (бер нисә ҡатын алыу) ла осраған. Ҡыҙҙар — 16—18 (ҡайһы ваҡыт 12—15), егеттәр 18—22 йәштә никахҡа ингән. Ғөрөф-ғәҙәткә ярашлы, Н. ҡоҙалау б‑са атҡарылған, ҡыҙ урлау ғәҙәте лә йәшәгән. Н. ҡалымлы Н. (ҡара: Ҡалым), бишек ҡоҙалауы (ҡара: Бишек туйы, Һырғатуй), левират, сорорат формалары булған. Шулай уҡ эшләп алыу (ҡалым түләрлек хәле булмаған кейәү кәләштең ата-әсәһе хужалығында эшләгән) һәм алмашыу (ҡалым түләү мөмкинлеге булмаған 2 ғаилә кәләштәр м‑н алмашҡан) Н. билдәле. Н. мәсьәләһе кейәү м‑н кәләштең ата-әсәһе тарафынан хәл ителгән. Ике яҡтың килешеүе һөҙөмтәһендә ҡалым һәм бирнә күләме билдәләнгән. Н. — йола хоҡуғына ярашлы, ислам ҡабул ителгәс, шәриғәт б‑са атҡарылған. Ислам ҡанундарына ярашлы мосолмандарҙа Н. ғаилә ҡорорлоҡ йәшкә (үҫмерҙәргә — 15, ҡыҙҙарға 9 йәш тулғас) еткәс, мәһәр (ирҙең ҡатынына биргән, ул үҙ ихтыяры м‑н айырылғанда йәки мәрхүм булһа ҡатынында ҡалырға тейешле аҡса һәм мөлкәт) түләнгәндән һуң, никахҡа инеүселәрҙең үҙҙәре йәки ике шаһит (ике ир йәки бер ир һәм ике ҡатын) ҡатнашлығында уҡылған. Етеш йәшәгән ирҙәргә шәриғәт б‑са 4 ҡатын алырға рөхсәт ителгән. Ҡан (бер ата-бабанан тыуған кешеләр араһында, өс быуын айырылмағанда) һәм һөт ҡәрҙәшлеге булғанда Н. инеү тыйылған. Н. боҙоу өсөн иргә шаһиттар алдында өс тапҡыр “талаҡ” (“айырылышыу”) тип әйтеү ҙә еткән. Ҡатын ихтыяры б‑са айырылышыу (фәсх) ире теге йәки был бурыстарын үтәмәгән осраҡта мөмкин булған. Башҡорттарҙа Н. (никах туйы) традицион туй йолаларына инә. Йышыраҡ кәләш йортонда туйға тиклем үткәрелә. 20 б. башына тиклем был йоланы атҡарырға кейәүҙең ата-әсәһе килгән, кейәү ҡатнашмаған. Кәләштең ата-әсәһе (ҡоҙа, ҡоҙағый) аш-һыу әҙерләп, мулла һәм 2—3 шаһит саҡырған, кәләштең туғандары ла Н. ҡатнаша алған. Йоланы башҡарыуға тотоноп, мулла кейәүҙең һәм килендең ата-әсәһенә балаларын өйләндереү ҡарарының ирекле булыу-булмауы т‑да белешкән. Ата-әсәнең яуабын шаһиттар (ғәҙәттә кәләштең ағалары йәки олаталары) раҫларға, ҡыҙҙың ризалығын еткерергә тейеш булған. Ошоларҙан һуң мулла мәһәр хаҡын белешкән һәм йәштәргә ғаилә тормошон башларға фатиха биргән “Хөтбә-и никах” сүрәһен уҡыған. Кейәүҙең һәм кәләштең ата-әсәһе муллаға, ҡунаҡтарға аҡса һәм бүләктәр таратҡан. Йоланың ритуаль өлөшөн атҡарғандан һуң никах ашына йыйылғандар. Н. уҡығанда кейәү м‑н кәләш бәлиғ (ҡыҙға — 16, кейәүгә 18 йәш) булмаһа, йола “ижаб-ҡабул” (Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында — “бата”) тип аталған. “Ижаб-ҡабул”дан һуң туй үткәрергә, ә йәштәргә ғаилә тормошон башларға мөмкин булған. Бәлиғ булғас, Н. йолаһы тағы бер тапҡыр үткәрелгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башҡорттарҙа Н. ҡайһы бер шарттары (никахҡа инеүселәрҙең йәше һ.б.) Рәсәй дәүләте закондары (1744 й., 1830 й. һ.б.) м‑н көйләнә башлаған, 1828 й. алып Н. Ырымбур мосолман Диниә назаратының метрика кенәгәһендә теркәлгән. Башҡа халыҡтар (ҡаҙаҡтар, татарҙар, мишәрҙәр һ.б.) м‑н күрше йәшәү ҡатнаш Н. килтергән. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Өфө губернаһында 427579 ир (шуларҙың 168354‑е башҡорт) һәм 441231 ҡатын (179104‑е башҡорт) Н. торған. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның һәм ХКС‑ының 1917 й. 18 дек. “Граждандар никахы, балалар һәм гражданлыҡ хәле акттары кенәгәләрен алып барыу тураһында” һәм 1917 й. 19 дек. “Никахты тарҡатыу” декреттары м‑н Н. инеүҙе һәм тарҡатыуҙы (ҡара: Айырылышыу) дәүләт органдарында гражданлыҡ процедураһы б‑са үткәреү тәртибе индерелә. 1917 й. 18 дек. һуң дини йола б‑са үткәрелгән Н. хоҡуҡи нигеҙе булмай. БР‑ҙа Н. 1994 й. 2 мартында үҙ көсөнә ингән Ғаилә кодексы м‑н көйләнә. Н. гражданлыҡ хәлен теркәү органдарында (ҡара: ЗАГС) йәки ауыл (ҡасаба) советтарында теркәлә (ҡара: табл.). 2010 й. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, БР‑ҙа 959494 ир һәм 965195 ҡатын Н. тора. 

 

ҒАИЛӘ‑НИКАХ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ

 

 

Табл. Башҡортостанда нихак һәм айырылышыуҙар

Йыл

Никах

Айырылышыу

1989

40053

11615

1990

37877

11092

1991

36277

12160

1992

31838

13393

1993

32730

13856

1994

30737

14535

1995

29827

14924

1996

25752

15152

1997

27341

13450

1998

25506

13764

1999

25748

14024

2000

25086

16191

2001

27960

19396

2002

28958

25247

2003

30503

23501

2004

27157

15398

2005

30458

14180

2006

30915

15431

2007

35635

16467

2008

32649

17453

2009

34348

17902

2010

34819

16605

2011

38186

17974

2012

34229

17837

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019