Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУРАМА

Просмотров: 1109

БУРАМА, башҡорт йәйләүҙәрендәге 2 яҡлы ҡабыҡ ҡыйыҡлы һәм ер иҙәнле, түшәмһеҙ һәм тәҙрәһеҙ бүрәнә торлаҡ. Нигеҙҙә, ҡарағайҙан төҙөгәндәр. Ян стеналары ҡабырға стеналарына ҡарағанда 3—4 бүрәнәгә бейегерәк булған һәм ҡыйыҡтың буй өрлөгөнә таяу булып хеҙмәт иткән. Традицион интерьер сыуалдан һәм ишеккә ҡаршы һәм ҡабырға стеналар буйлап урынлаштырылған таҡта һикенән торған. Ултыраҡ тормошҡа күскәндән һуң Б. йәйге аш бүлмәһе (ҡара: Аласыҡ) йәки башҡа хужалыҡ ҡаралтыһы сифатында файҙаланыла башлаған. Башҡортостандың тау‑урман райондарында (Ағиҙел, Инйәр һ.б. йылғалар басс.) йыш осраған. Көнбайыш Себер һәм Урал халыҡтарының күбеһендә булған.

Әҙәб.: Аласыҡ мәҡ. ҡарағыҙ.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: