Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨРЙӘН

Просмотров: 1540

БӨРЙӘН, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: байулы‑бөрйән, монаш, нуғай‑бөрйән, ямаш, янһары. Тамғалары: Этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығының 1‑се ярт. Һырдаръя й. түбәнге ағымына һәм Арал буйына күсенгән Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Б. формалашыуына уларҙың Арал буйының иран, уғыр һәм төрки‑бәшнәк мөхитендә, һуңыраҡ Азов буйында болғар (ҡара: Болғарҙар) мөхитендә булыуы йоғонто яһай. Б.э. 1‑се мең йыллығы аҙ. алып бөрйәндәр “бурджан” атамаһы м‑н билдәле була. 9 б. Азов буйындағы Бөйөк Болғар тарҡалғандан һуң төньяҡҡа, Волга буйына һәм Урал алдына күсенәләр, унда Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) үрге ағымында һәм Дим й. үҙәнендә урынлашалар. 13 б. ҡәбилә Көньяҡ Уралдың тау алдына, 14—15 бб. күпселек өлөшө Һаҡмар й. үрге ағымына һәм Урал аръяғына, бер өлөшө Башҡортостандың тау-урман райондарына күсенә. 16 б. аҙ. — 18 б. башында Б. ҡабаттан көньяҡҡа һәм көнбайышҡа хәрәкәте башлана: ҡәбиләнең бер өлөшө Оло һәм Кесе Эйек йй. (Һаҡмар й. ҡушылдыҡтары), Оло Юшатыр (Һалмыш й. ҡушылдығы) буйын биләй, ҡалғаны Оло һәм Кесе Уран, Туҡ (Һаҡмар й. ҡушылдыҡтары), Дим йй. үҙәндәренә ҡайта һәм артабан көнбайышҡа күсенә. 18 б. ҡарай Б. ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер, үҫәргән, юрматы ҡәбиләләре м‑н күрше була. Димдә бөрйәндәр мең ҡәбиләһе ерҙәренә урынлаша (берәүҙәре — аҫабалыҡ хоҡуғын алып, икенселәре — керҙәшлек нигеҙендә) һәм 16 ауыл барлыҡҡа килтерә. Б.‑күскенселәрҙең ҡалған ағымы Кәрәлек һәм Кәмәлек ҡушылдыҡтары м‑н Оло Ырғыҙ й. (Волга й. ҡушылдығы) буйын биләй. 17 б. улар Оло һәм Кесе Үҙән, 1‑се һәм 2‑се Чижа й. буйлап һәм Чижаның ташыу урындарына, 19 б. 2‑се ярт. Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек йй. (ҡара: Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары) үрге ағымына тарала. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Нуғай даруғаһы Бөрйән улусын тәшкил итә. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында 448 йорт иҫәпләнә. 18—19 б. аҙ. Б. йәшәгән терр‑я Быҙаулыҡ өйәҙе, Верхнеурал өйәҙе һәм Ырымбур өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 6‑сы (7‑се) һәм 9‑сы (10‑сы) башҡ. кантондарына (1798—1854 йй.) ҡарай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр БР‑ҙың Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрйән, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Миәкә, Стәрлебаш, Фёдоровка, Хәйбулла, Шишмә, Әбйәлил, Әлшәй р‑ндарына; Ырымбур өлк. Александровка, Красногвардейский, Матвеевка, Октябрьск, Переволоцк, Яңы Сергиевка р‑ндарына; Һамар өлк. Оло Глушица, Оло Черниговка р‑ндарына; Һарытау өлк. Перелюб, Пугачёв р‑ндарына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019