Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРАГ Лев Григорьевич

Просмотров: 1246

БАРАГ Лев Григорьевич (31.12.1910, Киев — 4.9.1994, Өфө), фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. Тарих ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). 2‑се Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1931) Загорск пед. техникумы уҡытыусыһы, “Советская этнография” ж. (“Совет этнографияһы”; Мәскәү) яуаплы секретары. 1938—41 йй., 1943—50 йй. Минск пед. ин‑ты уҡытыусыһы, урыҫ, белорус һәм сит ил әҙәбиәттәре каф. мөдире. 1941—43 йй. Урал ун‑тында (Свердловск ҡ.) урыҫ әҙәбиәте каф. мөдире. 1951—94 йй. БДУ‑ла эшләй (1966—88 йй. урыҫ әҙәбиәте һәм фольклоры каф. мөдире). 1934—90 йй. Рәсәй (ш. иҫ. Башҡортостандың төрлө р‑ндары буйлап), Белоруссия, Украина буйлап йыл һайын үткәрелгән фольклор‑этнографик экспедицияларҙа ҡатнашыусы, етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге көнсығыш славян һәм төрки әкиәт, эпостарын, 18—20 бб. урыҫ әҙәбиәте тарихын өйрәнеүгә бәйле. Ике томлы “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы” (“История башкирской советской литературы”; 1963—1966) очерктар йыйынтығын төҙөүҙә, мөхәррирләүҙә ҡатнаша. Көнсығыш славян әкиәт сюжеттары белешмәһе авторҙашы, белорус әкиәте т‑дағы монография, 60 томлыҡ немец һәм инглиз телдәрендәге “Әкиәттәр энциклопедияһы”нда (“Энциклопедия сказок”; Берлин — Нью‑Йорк, 1977—1999) мәҡ. авторы. 1974—1995 йй. “Фольклор народов России” вуз‑ара фәнни йыйынтығының яуаплы мөхәррире. Уның тарафынан байтаҡ урыҫ, белорус һәм башҡ. әкиәттәре һәм риүәйәттәренең фәнни баҫмалары нәшер ителгән; Аарне—Томпсондың халыҡ‑ара күрһәткесе б‑са башҡ. әкиәттәренең сюжет классификацияһы эшләнгән. Б. “Башҡорт халыҡ ижады” һәм “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә) йыйынтыҡтарының инеш мәҡ. һәм фәнни аңлатмалары авторҙарының береһе. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1987).

Әҫәрҙ.: О взаимодействии русской и нерусской сказочных традиций в современных условиях //Современный русский фольклор. М., 1966; Южно‑уральские предания о Пугачёвском восстании (по записям последних лет) //Русский фольклор. Т.15. Л., 1975; Повествовательные жанры башкирского фольклора. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Б.Ғ.Әхмәтшин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Шәхестәр: