Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИСУРА, миф. персонажы

Просмотров: 1197

БИСУРА, башҡ. мифологияһында иң түбән рух. Хөрәфәти хикәйәләр, әкиәттәр (“Үгәй ҡыҙ менән бисура” һ.б.) персонажы. Ҡыҙыл кейемдәге бәләкәй кеше образында күҙалланған яуыз һәм хәйләкәр йән эйәһе. Һил урманда, талаш күп булған йортта йәшәй. Төрлө йән эйәләренә — мыраулаған бесәйгә, өргән эткә, илаған балаға һ.б. — әүерелә ала. Кешене урманға әүрәтеп индереп, ҡанын һура, аҡылдан шаштыра. Оҡшатҡан кешеһен Б. ҡурсалай, байырға ярҙам итә, ауырыуҙан һәм бәләнән ҡотҡара. Башҡа төрки телле халыҡтарҙың мифол. осрай.

Әҙәб.: Нәҙершина Ф.А. Хөрәфәти хикәйәләр //Башҡорт фольклоры. Өфө, 1993. 1‑се сығ‑ш.; Руденко С.И. Башкирские сказки и поверья //Археология и этнография Башкирии. Т.5. Уфа, 1973.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019