Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУРАНҒОЛОВ Мөхәммәтша Абдрахман улы

Просмотров: 2376

 

БУРАНҒОЛОВ Мөхәмәтша Абдрахман улы (15.12.1888, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс а., хәҙ. Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны Үрге Ильяс а., — 9.3.1966, Өфө), фольклорсы, драматург. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен (1907) һәм “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен (1911) тамамлаған, К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1935—37). 1912 й. алып Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡайыпҡол мәктәбендә (хәҙ. Ырымбур өлк. Александровка р‑ны) уҡытыусы, 1916 й. — Быҙаулыҡ өйәҙе халыҡ мәғарифы бүлегенең ауыл мәктәптәре инспекторы, 1917 й. — АСБР‑ҙың Туҡ‑Соран кантоны халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире һәм кантон башҡарма ком‑ты рәйесе, 1921 й. — тыуған ауылында уҡытыусы. 1924—37 йй. БАССР мәктәптәре һәм техникумдарында башҡ. теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. 1937 й. дек. “буржуаз милләтселек”тә ғәйепләнеп, ҡулға алына. Иреккә сығарылғас, 1938 й. сент. башлап Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑нда эшләй. ВКП(б) ҮК‑ның 1945 й. 27 ғин. “Башҡорт партия ойошмаһында агитация һәм пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында” ҡарары ҡабул ителгәндән һуң, Б. яңынан эҙәрлекләүҙәргә дусар була: уны һәм Б.Бикбайҙы әҫәрҙәрендә башҡ. халҡының тарихын дөрөҫ күрһәтмәүҙә ғәйепләйҙәр. Фольклористика һәм драматургия үҫешенә ҙур өлөш индерә. Б. яҙып алған башҡ. халыҡ йырҙары (“Ашҡаҙар”,“Буранбай”, “Зөлхизә” һ.б.) һәм уларҙың легендалары, эпостар (“Урал батыр”,“Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” һ.б.), туй йолалары башҡ. фольклорының алтын фондын тәшкил итә. Б. драматургик эшмәкәрлеге башҡ. сәхнә сәнғәте формалашыуына һәм үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Уның әҫәрҙәре сюжетында башҡорттарҙың традициялары, йолалары һәмхөрәфәттәре сағылыш таба. 20—40‑сы йй. Б. пьесалары б‑са “Ашҡаҙар”, “Башҡорт туйы”, “Шәүрәкәй” һ.б. спектаклдәр респ. проф. һәм үҙешмәкәр театрҙар репертуарына инә. Эпик әҫәрҙәр, ш. иҫ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет яугирҙарының батырлығын данлаусы “Ватан һуғышы” (1942) ҡобайыры, авторы. Репрессиялана (1950), 1959 й. аҡлана. Б. исеме бирелгән Раевка башҡорт лицейы, БДУ‑ның Сибай ин‑ты терр‑яһында уға бюст; Өфөлә Б. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; Мәләүез, Сибай ҡҡ. урамдар уның исемен йөрөтә. 2012 й. БР Яҙыусылар союзы уның исемендәге премия булдыра.

Әҫәрҙ.: Таштуғай: пьесалар. Өфө, 1994; Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995; Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 2008.

Әҙәб.: Сказительное и литературное творчество Мухаметши Бурангулова. Уфа, 1992.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.04.2023