Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИШБҮЛӘК МУЗЕЙЫ

Просмотров: 1108

БИШБҮЛӘК МУЗЕЙЫ. Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а. урынлашҡан. Тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1935 й. алып эшләп килгән йәмәғәт музейы (тыуған яҡты өйрәнеүсе П.Н.Кудряшов нигеҙ һалған) нигеҙендә 1994 й. Милли музей филиалы (2006 й. тиклем) булараҡ ойошторола. 1940 й. экспонаттарының бер өлөшө Бәләбәй р‑ны Ыҫлаҡбаш а. Иванов К. йорт-музейына бирелә. Экспозиция 1994 й. асыла. Музей фондында 4,4 мең һаҡлау берәмеге бар, ш. иҫ. сыуаш ҡыҙының туй кейеме, Ғ.Ғ.Әхмәтшиндең тальянкаһы, 20 б. 20—30‑сы йй. Кудряшовтың көнкүреш әйберҙәре һүрәттәре һәм биналар фотоларынан торған альбомы; райондан сыҡҡан билдәле кешеләр — Ф.Н.Вуколов‑Эрлик, Ф.Кәрим, И.А.Петрова, Т.Таһиров, Я.Ухсай, К.Ә.Хәкимов т‑да материалдар. 3 залда урынлашҡан экспозиция этнография, хәрби дан, тарих бүлектәренән тора. Башҡ. тирмәһе макеты, сыуаштарҙың 19 б. аҙ. торлағының эске күренеше һәм сыуаш крәҫтиәне ихатаһы реконструкцияһы бар.

М.З.Әсәҙуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019