БАЯНОВ Илдар Рәүис улы
БАЯНОВ Илдар Рәүис улы (9.9.1959, Өфө ҡ. — 27.9.2019, шунда уҡ), спортсы. Хәҙерге бишбәйге буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). “Буревестник” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе, 1975—87 йй. “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай (тренеры — В.С.Голиванов). Шәхси һәм команда зачёттарында Европа кубогын яулаусы (1983). РСФСР чемпионы (1985) һәм РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1986), команда зачётында “Динамо” спорт йәмғиәтенең СССР һәм Венгрия йыйылма командалары матчы еңеүсеһе (1983). Үҫмер спортсылар араһында СССР чемпионы (1982). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1983—85).
Р.Ә.Әйүпов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина