Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЗНОСОВ Николай Никитьевич

Просмотров: 904

БЕЗНОСОВ Николай Никитьевич (19.12.1924, Удмурт АССР‑ы Гальянский Починок а. — 7.11.2001, Өфө), тренер. Велосипед спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1961), саңғы буйынса икебәйгелә СССР‑ҙың спорт мастеры (1952), бөтә Союз категориялы судья. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976). Саңғы б‑са икебәйгелә СССР Кубогының бронза призёры (1952), РСФСР чемпионаттарының көмөш (1950) һәм бронза (1953) призёры. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1950—52), бер үк ваҡытта 1950—53 йй. РСФСР йыйылма командаһы тренеры. 1962 й. алып Өфөнөң трамплиндан саңғыла һикереү б‑са һәм саңғы б‑са икебәйге СДЮШОР‑ы тренеры, саңғы м‑н һикереү өсөн трамплин төҙөүҙе ойоштороусыларҙың береһе. 1970—80 йй. БАССР йыйылма командаһының өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.И.Ғарифуллин, Ф.Ш.Закиров.

Р.А.Әйүпов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019