Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОДИБИЛДИНГ

Просмотров: 1392

БОДИБИЛДИНГ (ингл. body — тән һәм building — төҙөлөш), культуризм, спорт төрө, мускулдарҙы үҫтереү өсөн төрлө ауырлыҡтар (гантель, гер, штанга һ.б.) м‑н физик күнекмәләр системаһы. Башҡортостанда Б. үҫеше 20 б. 80‑се йй. Б. б‑са тәүге “Олимп”, “Крепыш”, “Викинг” (бөтәһе лә — Өфө), “Прометей” (Күмертау ҡ.) спорт клубтары асылыуға бәйле. Өфөлә — “Мистер Урал” халыҡара турниры (1991—93), Рәсәй чемпионаттары (2006—07), Күмертауҙа Рәсәй чемпионаты (1997) уҙғарыла. Халыҡара ярыштарҙа С.И.Огородников юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, ш. уҡ Ф.З.Кашапов — “Берлин айыуы” халыҡ-ара турнирының бронза призёры (1989—90), В.И.Прошукалов — “Мистер Урал” халыҡ-ара турнирының бронза призёры (1993), Л.С.Дрескова — үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (2007), А.Ю.Дубков — донъя чемпионатының бронза призёры (2010). Рәсәй чемп.: Д.В.Ворошнин (1992—93), Э.Ғәзизова (1993, 1996), Э.Ғ.Ғибәҙуллин (1998), Е.В.Кузнецов (2002), М.М.Хәкимов (2005—06), үҫмер спортсылар араһында (2007) һәм абс. категорияла (2008) Дрескова, үҫмерҙәр араһында А.И.Шаемов (2009), Е.Л.Перевертайлова (2010); көмөш призёр — Дубков (2010). 1996—2004 йй. БР‑ҙың “Олимп” спорттыңауыр атлетика төрҙәренең йәштәр ассоциацияһы эшләй. Б. м‑н тренерҙар Ворошнин, В.Н.Кононов, С.А.Кучуркин, М.Н.Павинский һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

М.М.Хәкимов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: