Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘХТЕГӘРӘЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1015

БӘХТЕГӘРӘЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Мерәҫ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 21 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 64 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 370 кеше; 1920 — 491; 1939 — 201; 1959 — 161; 1989 — 113; 2002 — 95; 2010 — 84 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға яҡынса 18 б. аҙ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бикҡужа (тәүге төпләнеүсе Бикҡужа Аҡбирҙиев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1816 й. хәҙ. исеме (ауыл кешеләренең береһе исеменән, уның улы Һағынбай Бәхтегәрәев билдәле) м‑н теркәлгән. Шулай уҡ Әпек (Әпек Әбләев исеменән) исеме м‑н билдәле булған. 1866 й. 58 йортта 331 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, кәсептәр м‑н шөғөлләнгәндәр. Б. янында Ирәндек тауы итәгендә үҫкән ҡыя һуған популяцияһы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Р.Д.Мырҙағәлин ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019