Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ИЛСЕКӘЙЕ, Башташ, Салауат р‑нындағы ауыл

Просмотров: 881

БАШҠОРТ ИЛСЕКӘЙЕ, Башташ, Салауат р‑нындағы ауыл, Мөрсәлим а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 43 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Һикияҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 272 кеше; 1920 — 259; 1939 — 416; 1959 — 392; 1989 — 321; 2002 — 328; 2010 — 337 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мөрсәлим урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Себер даруғаһы Түбә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1757 й. Илсекәй (улус старшинаһы Илсекәй Биктуғанов исеменән) исеме м‑н билдәле. 1795 й. 22 йортта 107 кеше йәшәгән, 1865 й. 23 йортта — 149 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә (1894 й. нигеҙ һалынған Илсекәй утары 20 б. 30‑сы йй. Урыҫ Илсекәйе тип аталған).

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: