Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДЕЛМӘНОВ Ғүмәр Мөғәлләм улы

Просмотров: 1466

ӘБДЕЛМӘНОВ Ғүмәр Мөғәлләм улы [15.12.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Суҡраҡлы а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 30.10.2020, Өфө ҡ.], йырсы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1989). Башҡ. театр‑художество училищеһын тамамлаған (1951). 1955 й. башлап БАССР МС эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ комитеты, 1959 й. — БАССР Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре һәм бер үк ваҡытта Башҡортостан республика мәҙәни‑ағартыу училищеһы (Стәрлетамаҡ ҡ.) уҡытыусыһы. 1964 й. алып Башҡ. филармонияһы солисы, 1969—92 йй. РФ Композиторҙар союзы Музыкаль фондының Башҡ. бүлексәһе директоры. Ә. башҡарыу манераһы ябайлыҡ һәм ихласлыҡ менән айырылып торған. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, ш. иҫ. Ғайса ахун, Сибай, Сәлимәкәй, Урал, З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә.Мортазин, Р.Х.Сәхәүетдинова, Х.Ф.Әхмәтовтың вокаль әҫәрҙәре. Р.М.Хәсәнов, Т.М.Шәрипов, Х.Ф.Әхмәтовтың лирик йырҙарын тәүге башҡарыусы. СССР буйлап гастролдәрҙә була. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2020). Өфө ҡ. Ә. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Э.М.Давыдова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.05.2023
Связанные темы рубрикатора: