Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДЕЛМӘНОВ Йәмил Әбделәхәт улы

Просмотров: 1682

ӘБДЕЛМӘНОВ Йәмил Әбделәхәт улы (29.4.1965, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Һарт‑Шишмә а.), йырсы (баритон). БР‑ҙың халыҡ (2021), РФ‑тың (2006) һәм БР‑ҙың (1999) атҡаҙанған артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2002). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1993; С.Ә.Асҡаров класы) Башҡ. дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йй. Өфө сәнғәт училищеһында, 2000 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта. Бөтә регистрҙарҙа ла тигеҙ яңғыраған киң диапазонлы матур тауышҡа, сағыу сәхнә һәләтлегенә һәм артислыҡҡа эйә. Төп партиялары: Фиорелло (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини; дебют, 1993), Жермон (“Травиата”, Дж.Верди), Фигаро (“Севилья цирюльнигы”, Дж.Россини), Эскамильо (“Кармен”, Ж.Бизе), Онегин (“Евгений Онегин”), Елецкий (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”; икеһе лә — П.И.Чайковский) һ.б. Аҡмулла (шул уҡ исемле опера, 1996), Буранбай (“Ҡаһым түрә”, 2002; икеһе лә — З.Ғ.Исмәғилев), Тимерхан һәм Сәсән (“Нәркәс”, Х.Ф.Әхмәтов, 1994), Ғүмәр Хәйәм һәм Лермонтов (“Memento”, С.Ә.Низаметдинов, 2000) партияларын; Р.Й.Ғарипов шиғырҙарына вокаль циклды, Н.Ә.Дауытовтың йырҙарын һәм романстарын тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында сит ил һәм ватан композиторҙарының операларынан һәм вокаль әҫәрҙәренән ариялар бар. Массимо театры (Палермо ҡ., Сицилия) сәхнәһендә йырлай, унда В.А.Моцарттың “Реквием” әҫәрендә баритон партияһын башҡара. И.К.Архипова, СССР‑ҙың халыҡ артистары А.Ф.Ведерников, М.Ф.Касрашвили, В.И.Пьявко, РФ‑тың халыҡ артисы Ф.Ш.Мансуров һ.б. менән сығыш яһай. Рәсәй, Ҡытай, Мысыр, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. “Рәсәй музыкаһы панорамаһы” (“Панорама музыки России”) Бөтә Рәсәй фестивалендә (Краснодар ҡ., 1997), Халыҡ‑ара опера музыкаһы фестивалендә (Кирения ҡ., Кипр; 1998), Ҡазан һәм Өфө ҡҡ. Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивалендә, Санкт‑Петербург ҡ. БР мәҙәниәте көндәрендә (2001), ЮНЕСКО‑ның штаб‑фатирында Халыҡ‑ара БР презентацияһында (Париж ҡ., 2008, 2013), Сыуаш Республикаһында БР мәҙәниәте көндәрендә (Чебоксар ҡ., 2013), Ҡырғыҙ Республикаһында БР мәҙәниәте һәм фәне көндәрендә (Бишкәк ҡ., 2015) һ.б. ҡатнаша. “Татар йыры” Халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Ҡазан ҡ., 1995). Аҡмулла (2004), М. Өмөтбаев (2010) исемендәге премиялар лауреаты.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.09.2022
Связанные темы рубрикатора: