Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АҒИҘЕЛ ТУЛҠЫНДАРЫ”, опера

Просмотров: 1469

“АҒИҘЕЛ ТУЛҠЫНДАРЫ”, З.Ғ.Исмәғилевтең 4 шаршаулы операһы. 1969 й. яҙылған. “А.т.” премьераһы 1972 й. 24 февр. БДОБТ‑ла уҙа (М.Кәрим либреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры Ғ.Х.Моталов, реж. Р.А.Вәлиуллин, ҡуйыусы рәссамы М.Н.Арыҫланов, хормейстеры Л.Х.Исхаҡова, балетм. Ф.М.Саттаров). Төп партияларҙа: С.Ҡ.Ғәлимова (Гөлзифа), Н.З.Әбдеев (Зәйнулла), М.Х.Хисмәтуллин (Ғәйнулла), Т.Ф.Сәғитов (Вадим).

Тәүге башҡ. лирик операһы. Әҫәр урыҫ опера классикаһы традицияларына таянып ижад ителгән. Ваҡиғалар 20 б. 60‑сы йй. бара. Сюжет нигеҙендә йәш, саф күңелле Гөлзифа м‑н уның һөйгәне — үҙен генә яратҡан Зәйнулла (героиняны һәләкәткә килтереүсе) — араһындағы әхлаҡи‑этик конфликт. Мөһим урынды тәбиғәт һәм ауыл тормошо күренештәре биләй. Операның муз. теленә сағыу милли колорит, башҡ. халыҡ музыкаһы жанрҙарына (оҙон көй, ҡыҫҡа көй, таҡмаҡ) яҡынлыҡ, лирик эпизодтарҙа йыр-романс тибындағы аһәңле моң хас. 1973 й. “А.т.” операһы өсөн композитор РСФСР‑ҙың М.И.Глинка ис. Дәүләт пр. лайыҡ була.

Әҙәб.: Угрюмова Т.С. Вопросы драматургии оперы З.Г.Исмагилова “Волны Агидели” //Вопросы искусствоведения (статьи о творчестве З.Г.Исмагилова). Уфа, 1986.

Т.С.Угрюмова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019