“АЗАМАТ”, йыр
“АЗАМАТ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр М.Х.Хисмәтуллин 1937 й. БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а. С.Кулибаеванан яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтыра. “А.” варианттарын И.В.Салтыков, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. яҙып ала.
Йыр лирик характерҙа. С.Ә.Галин фаразлауынса, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда ижад ителгән. Риүәйәт б‑са, герой үлер алдынан йырлаған был йыр тормошта күпте күреп, күпте кисергән кешенең уй‑фекерҙәрен сағылдыра. Көйө киң диапазон, һалмаҡ темп, ижектәрҙең биҙәкләп һуҙып йырланыуы м‑н айырылып тора. Көйҙәге түбәнәйә барыусы хәрәкәт уға айырыуса баҙыҡлыҡ өҫтәй.
Тәүге һәм айырыуса сағыу башҡарыусыларҙың береһе Хисмәтуллин. “А.” тауыш һәм фп. өсөн Р.Ә.Мортазин, Д.Д.Хәсәншин, Әхмәтов, a cappella хоры өсөн Р.В.Сәлмәнов, М.П.Фоменков, солист һәм хор өсөн А.Г.Тихомиров эшкәртә. Йырҙың көйө М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейконың “Айһылыу” операһында файҙаланылған.
Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Ахметов Х.Ф. Башкирские протяжные песни. М., 1978.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова