Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙЫТҠОЛОВ Азат Миңлеғәле улы

Просмотров: 1873

АЙЫТҠОЛОВ Азат Миңлеғәле улы [27.1.1956, БАССР‑ҙың Матрай районы Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр районы)], ҡурайсы. РФ‑тың атҡаҙанған (1998), БССР‑ҙың халыҡ (1991), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1987) артисы. Өфө сәнғәт училищеһын (1977; Ғ.З.Сөләймәнов класы), БДУ‑ны (1994) тамамлаған. 1975—78 йй. Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта, 1978 й. алып Башҡ. филармонияһының эстрада артисы, 1994 й. — ҡурайсы‑солисы, бер үк ваҡытта 2015 й. башлап ӨДСИ‑нең башҡ. музыкаһы факультеты деканы. 2007—10 йй. Ҡурайсылар союзы идараһы рәйесе.

 Инструменталь башҡарыу сәнғәтенең классик традицияларын дауам итеүсе, ҡурайҙа уйнауҙың бөтә алымдарын виртуоздарса ҡуллана. Репертуарында оҙон көйҙәрҙең инструменталь варианттары, ш. иҫ. Ашҡаҙар, Буранбай, Ғилмияза, Таштуғай, Тәфтиләү, Уйыл, Урал, инструменталь көйҙәр Йәйәүле Мәхмүт, Сыңрау торна, йыр‑бейеү көйҙәре Зарифа, Мөғлифә, Суҡ муйыл, Перовский, Порт‑Артур һ.б. Ҡарағалпаҡ АССР‑ы (1976) һәм Яҡут АССР‑ында (1978) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша. Донъяның 30 илендә гастролдә була. Уҡыусылары араһында Р.Р.Ҡарабулатов, БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Н.М.Кейекбирҙин һәм Р.Х.Нәҙерғолов. БР‑ҙың Ауырғазы, Бишбүләк, Дәүләкән, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Шишмә һәм Әлшәй райондарында, Ҡурған, Пермь һәм Силәбе өлкәләрендә, Мәскәү ҡ. ҡурайсылар ансамблдәрен ойоштороусы. Й.Иҫәнбаев исемендәге призға Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Хәйбулла районы Аҡъяр а., 1980; Гран‑при); Бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусылар конкурсы дипломанты (Тула ҡ., 1986). БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2000), Ғ.Сәләм исемендәге премия (1990) лауреаты. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы (2022), Салауат Юлаев ордены (2021) менән бүләкләнгән.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023
Шәхестәр: