Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШ‑ШИҘЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 725

БАШ‑ШИҘЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Баш-Шиҙе а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 7 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Шиҙе й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 577 кеше; 1920 — 970; 1939 — 657; 1959 — 457; 1989 — 309; 2002 — 272; 2010 — 228 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡыҙылъяр урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Себер даруғаһы Бүләкәй‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Шиҙе исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Башҡорт Шиҙеһе булараҡ билдәле булған. 1745 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында “ҡырғыҙ башҡорттары”, 1793 й. Урман һәм Ҡыр‑Көҙәй улусы башҡорттары, 19 б. башында Мең улусы Мерәҫ а. башҡорттары килеп урынлаша. 1795 й. 20 йортта 126 кеше йәшәгән, 1865 й. 57 йортта — 329 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше, мейес сығарыу, ағас әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 3 бакалея кибете теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Р.С.Исмәғилев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: