Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЯЗИТ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 778

БАЯЗИТ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ташлы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Төйлән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 132 кеше; 1959 — 173; 1989 — 89; 2002 — 100; 2010 — 81 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1923 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Ташлы а. кешеләре Ҡыҙылҡабаҡ исеме м‑н нигеҙ һала. 1925 й. 14 йорт теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә (тәүге төпләнеүсе Баязит Тимербулатов исеменән).

Г.Ә.Ситдиҡова

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: