Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЕКСЕЕВА Людмила (Люция) Ивановна

Просмотров: 806

АЛЕКСЕЕВА Людмила (Люция) Ивановна (1.3.1931, Өфө — 27.6.2008, шунда уҡ), пианист, педагог. Проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. артисы (1993). Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1956; М.Н.Лубяновский класы) 1970 й. тиклем Өфө сәнғәт уч‑щеһы, бер үк ваҡытта 1962—68 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пункты уҡытыусыһы. 1970 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта (1993—2000 йй. махсус фп. каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1972—2001 йй. ӨДСИ эргәһендәге махсус урта музыка мәктәп‑лицейы уҡытыусыһы.

А. башҡарыу сәнғәте бай яңғырашы һәм тойғолар нескәлеге м‑н айырылып торған. Пианист репертуарында сит ил, урыҫ һәм башҡ. композиторҙарының соло һәм ансамбль өсөн әҫәрҙәре бар. А. үҙенең пед. эшмәкәрлегендә М.А.Зайдентрегер нигеҙ һалған фп. мәктәбе традицияларын дауам иткән һәм үҫтергән. Уҡыусылары араһында РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре З.Х.Вәлиева, Е.А.Мороз, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Н.И.Рубцов, А.В.Чернов, Т.И.Чистякова һ.б. 10‑дан ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Из истории развития фортепианного искусства в Башкирии. Уфа, 1987; Некоторые стилистические и исполнительские особенности произведений Ф.Шопена. Уфа, 1988.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019