Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНИКИЕНКО Пётр Никанорович

Просмотров: 687

АНИКИЕНКО Пётр Никанорович (5.2.1903, Һамар губ. Новоузенский өйәҙе Красный Кут а. — 3.3.1971, Өфө), йырсы (бас). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). 1933 й., 1948 й. Һарытау филармонияһында эшләй, 1934—48 йй. Һарытау һәм Куйбышев ҡҡ. опера театрҙарында йырлай. 1949—63 йй. БДОБТ солисы. Бай обертонлы һәм барлыҡ регистрҙарҙа ла тигеҙ яңғырашлы көслө тауыш эйәһе. БДОБТ‑ла 40‑тан ашыу партия башҡара: Мефистофель (“Фауст”, Ш.Гуно), Гремин (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Спарафучилле (“Риголетто”, Дж.Верди) һ.б. А. сағыу сәхнә ҡиәфәте һәм драматик һәләте иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырыуға булышлыҡ итә: Сусанин (“Иван Сусанин”, М.И.Глинка), Тирмәнсе (“Һыуһылыу” — “Русалка”, А.С.Даргомыжский), Ҡоншаҡ хан һәм кенәз Галицкий (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин). Концерт репертуарында ватан һәм сит ил композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре һәм операларынан ариялар, урыҫ һәм украин халыҡ йырҙары. Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Р.Р.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019