Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРШОВ Владимир Иванович

Просмотров: 1610

ЕРШОВ Владимир Иванович (21.7.1844, Мәскәү губ. — 4.8.1899, Берлин, Мәскәүҙә ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑майор (1887). Хоҡуҡ д‑ры (1866). Дворяндарҙан. 1877—78 йй. рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Берлин ун‑тын тамамлаған (1866). 1866 й. алып рус армияһында. 1881—82 йй. лейб-гвардия гусар полкы командиры. 1884 й. башлап — дворянлыҡтың Подольск өйәҙ, 1890 й. алып Мәскәү губерна етәксеһе. 1892—99 йй. Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы. Е. осоронда Ырымбур губернаһының бюджеты 21 тапҡырға арта, бурысы ҡыҫҡара: дөйөм иген запастары һиҙелерлек тулылана, Ырымбур элеваторы төҙөлә, а.х. машиналары һатып алған казактарға матди ярҙам күрһәтеү фонды ойошторола. Уның эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбенә халыҡ мәғарифын үҫтереү һәм губернаны төҙөкләндереү инә. 3‑сө (1886) һәм 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1878) Изге Владимир, 1‑се (1895), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1878) һәм 3‑сө дәрәжә (1872) Изге Анна, 1‑се (1892) һәм 2‑се (1786) дәрәжә Изге Станислав орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023