Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВ Рәфғәт Әхтәм улы

Просмотров: 1095

ВӘЛИЕВ Рәфғәт Әхтәм улы [18.2.1911, Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Йыланлы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы районы) — 10.7.1993, Мәскәү ҡ.], инженер-механик. Техник фәндәр кандидаты (1962). Генрал‑майор‑инженер (1962). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны (1936), Ф.Э.Дзержинский исемендәге Артиллерия академияһын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1951). 1936 й. алып Монгол Халыҡ Республикаһында (Улан-Батор ҡ.) СССР илселегендә эшләй, 1939 й. — Артиллерия академияһында уҡыта. 1939 й. алып Совет армияһында. 1951 й. башлап зенит-ракета комплекстары полигонының инженер-һынаусыһы, 1956 й. — СССР Оборона министрлығы ҒТИ‑лары, СССР Ҡораллы көстәре Генераль штабы, 1973—86 йй. радио төҙөү ҒТИ (бөтәһе лә — Мәскәү ҡ.) хеҙмәткәре. Һауа һөжүменән һаҡланыу стратегик системаһын, Ерҙең яһалма юлдаштарын, баллистик ракеталар уйлап табыусыларҙың береһе. 1976 й. алып отставкала. Ленин премияһы лауреаты (1965). Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Александр Невский (1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1956, ?) ордендары менән бүләкләнгән. В. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән, уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Ғ.Булатов, Ғ.Р.Мөхәмәтдинов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.10.2022