Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАСЕВ Григорий Тимофеевич

Просмотров: 1089

ВАСЕВ Григорий Тимофеевич (24.12.1922, БАССР Тамъян-Ҡатай кантоны Яңы Һамар утары, хәҙер БР‑ҙың Әбйәлил районы Һамар а., — 31.12.2004, Ейск ҡ.), лётчик, полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге 1‑се Чкалов хәрби-авиация пилоттар мәктәбен (1943), Совет армияһының Хәрби‑юридик академияһын (Мәскәү ҡ., 1954) тамамлаған. 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. июленән Воронеж, 1‑се, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 17‑се һауа армияһы 10‑сы гвардия штурмлау авиация дивизияһы 165‑се гвардия штурмлау авиация полкы звено командиры гвардия өлкән лейтенанты В. 143 хәрби осошта (1945 й. мартына ҡарата) күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Магнитогорск ҡ. комсомол эшендә. 1950 й. алып СССР Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәре, 1964—91 йй. Ейск юғары хәрби авиация училищеһында эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944 й. марты һәм сентябре), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1945, 1985) ордендары менән бүләкләнгән. В. исеме Әбйәлил районындағы Красная Башкирия һәм Михайловка аа. урамдарға, Михайловка урта мәктәбенә бирелгән, мәктәп бинаһына, шулай уҡ Ейск ҡ. ул йәшәгән йортҡа һәм Магнитогорск ҡ. 10‑сы урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Печищев П. Крылья Родины //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

Ғ.Ғ.Булатов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: