Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАСИЛЬЕВ Павел Ефимович

Просмотров: 1170

ВАСИЛЬЕВ Павел Ефимович (14.1.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы‑Сиҙәк‑Васильевка а., хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Ерекле а., — 29.7.1978, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 30‑сы йй. Бәләбәй һәм Бишбүләк р‑ндарында комсомол һәм партия эшендә, Бишбүләк р‑ны прокуроры. 1941 й. июненән алып Төньяҡ‑Көнбайыш, Калинин һәм 2‑се Алыҫ Көнсығыш фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 15‑се армия 21‑се моторлаштырылған инженер штурмлау бригадаһы 132‑се айырым мотоштурмлау инженер-сапёр батальоны ком. сәйәси бүлек б‑са урынбаҫары капитан В. 1945 й. авг. Фуцзинь ҡ. (Ҡытай) өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1947) 1963 й. тиклем Бишбүләк һәм Дүртөйлө р‑ндарында совет һәм партия эшендә. БАССР  ЮС‑ының 3—4‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а. В. йәшәгән йортҡа, Бөйөк Ватан һуғышына арналған Мемориалға һәм ул уҡыған Бәләбәй педагогия колледжы бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Швецов Д. На берегу Сунгари //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Г.Тарасов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 04.02.2020
Дата последнего обновления публикации: 04.02.2020