Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДУТОВ Александр Ильич

Просмотров: 1536

ДУТОВ Александр Ильич [6.8. (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 5.8.) 1879, Һырдаръя өлк. Казалинск ҡ. —  7.3. (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 6.2.) 1921, Суйдун ҡ., Ҡытай], Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.-лейт. (1918). 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Неплюев кадет корпусын (1896), Ген. штабтың Николай акад. (С.-Петербург, 1908) тамамлаған. 1897 й. алып рус армияһында. 1908—14 йй. Ырымбур казак хәрби училищеһында уҡыта. 1916 й. башлап Румын фронтында 1-се Ырымбур казак полкы командиры. 1917 й. мартынан Казак ғәскәрҙәре союзының Ваҡытлы советы рәйесе урынбаҫары, июндән Бөтә Рәсәй казак ғәскәрҙәре союзы Советы рәйесе (Петроград). 1917 й. окт. — 1921 й. мартында Ырымбур казак ғәскәренең ғәскәри атаманы һәм Ырымбур казак ғәскәре хөкүмәте рәйесе. 1917 й. окт. Ырымбур губернаһы б-са Ваҡытлы хөкүмәт комиссары Н.В.Архангельский м-н берлектә Рәсәй республикаһы Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС‑ына буйһонмауы т-да белдерә, губернаның бер өлөшөн хәрби хәлгә күсерә. Ноябрҙә Эшсе һәм һалдат депутаттары Ырымбур советы ағзаларының ҡайһы берҙәрен ҡулға алырға, Ырымбур губерна хәрби‑революцион комитетын таратырға бойороҡ бирә. Ноябрҙә Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлана. Дек. алып Көньяҡ Уралда Совет ҡораллы көстәренә ҡаршы һуғыш хәрәкәттәре алып бара. 1918 й. июленән Ырымбур казак ғәскәре, Ырымбур губ. һәм Турғай өлк. терр‑яһында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетының, сент. башлап Ырымбур казак ғәскәре терр‑яһында Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең баш вәкиле. 1918 й. июленән Көньяҡ‑Көнбайыш армияһының (дек. — айырым Ырымбур армияһы бүлексәһе) командующийы. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша, Рәсәйҙең федератив ҡоролошон яҡлап сығыш яһай. Нояб. А.В.Колчак диктатураһын урынлаштырыуҙы яҡлай, дек. алып ген.-губернатор вәкәләте м-н Көньяҡ Урал крайының (Ырымбур губ. һәм Турғай өлк. терр‑яһы) баш начальнигы. 1919 й. майынан бөтә казак ғәскәрҙәренең поход атаманы һәм Рус армияһының Көнсығыш фронты кавалерияһы инспекторы. Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы агенттары тарафынан үлтерелә. 3‑сө (1910) һәм 4‑се (1905) дәрәжә Изге Анна, 3‑сө дәрәжә (1905) Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Акулинин И.Г. Оренбургское казачье войско в борьбе с большевиками. 1917—1920. Шанхай, 1937; Ганин А.В. Александр Ильич Дутов //Вопросы истории. 2005. №9.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019