Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЬЯКОВ Владимир Анатольевич

Просмотров: 925

ДЬЯКОВ Владимир Анатольевич [14.6.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баҡалы а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 16.11.1995, Мәскәү], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү тарих-архив ин‑тын тамамлаған (1947). 1957 й. алып Мәскәүҙәге СССР‑ҙың Үҙәк дәүләт хәрби-тарих архивында, 1958 й. башлап СССР МС‑ы эргәһендәге Баш архив идаралығында, 1960—95 йй. СССР ФА‑ның Славяндарҙы өйрәнеү һәм балканистика ин‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре 19 б. —20 б. башында славян халыҡтарының милли-азатлыҡ һәм революция хәрәкәттәренә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1972 й. алып Халыҡ-ара славистар ком‑ты эргәһендәге Славистика тарихы б‑са халыҡ-ара комиссияның вице-президенты. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Рәсәй гуманитар ун‑тында Дьяков уҡыуҙары үткәрелә.

Хеҙм.: Освободительное движение в России. 1825—1861 гг. М., 1979; Освободительные движения народов Австрийской империи. Возникновение и развитие. Конец XVIII в. — 1849 г. М., 1980 (авторҙ.); Славянский вопрос в общественной жизни дореволюционной России. М., 1993.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019