Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЫҪЛАНОВ Рифхәт Мөхәмәт улы

Просмотров: 1108

АРЫҪЛАНОВ Рифхәт Мөхәмәт улы (8.8.1946, Өфө), сценограф, рәссам. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ рәссамы (2013). Рәссамдар союзы ағзаһы (1978). М.Н.Арыҫлановтың улы. В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1978; педагогы М.М.Курилко). 1980—82 йй. СССР‑ҙың Ҙур театрында стажировка үтә (етәксеһе — баш рәссам Н.Н.Золотарёв). 1983—87 йй., 1990—95 йй. Респ. урыҫ драма театрының (Өфө) баш рәссамы, 1987—90 йй. һәм 1995 й. алып БДОБТ‑ның баш рәссамы, 2017 й. — ҡуйыусы рәссамы, бер үк ваҡытта 1978 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡыта, 1989—93 йй. Йәш тамашасы театрының (ҡара: Милли Йәштәр театры) баш рәссамы. Хәҙ. башҡорт сценографияһының алдынғы оҫталарының береһе. А. ижадына дәүерҙең үҙенсәлекле һыҙаттарын дөйөмләштереп сағылдырыу, төҫтәр палитраһы контраслығы һәм ҡуйылығы хас. Мәскәү, Ташкент, Әлмәт, Ижевск, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡҡ. театр сәхнәләрендә 200‑ҙән ашыу спектаклде биҙәй. А. тарафынан БДОБТ‑ла Р.М.Хәсәновтың “Ҡурай тураһында легенда” (“Легенда о курае”; 1979), Р.Паулстың “Керри ҡарындаш” (“Сестра Керри”; 1981), Ф.Әмировтың “Мең дә бер кисә” (“Тысяча и одна ночь”; 1988), Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”; 1989), Х.Ф.Әхмәтовтың “Нәркәс” (1994), П.И.Чайковскийҙың “Пики дамаһы” (“Пиковая дама”), “Аҡмулла”(икеһе лә — 1996),Г.Доницеттиҙың “Дон Паскуале” (1997),“Ҡаһым түрә” (2002) опера һәм балет спектаклдәренә; В.И.Гладковтың “Бремен музыканттары” (“Бременские музыканты”; 1982, 1985) мюзиклына декорациялар һәм костюмдар ижад ителә. БАДТ‑ла рәссам “Изгеләрҙән изге” (1981; И.Друцэ); Урыҫ драма театрында М.М.Рощиндың “Изгелек эшләргә ашығығыҙ” (“Спешите делать добро”; 1982), А.П.Чеховтың “Сейә баҡсаһы” (“Вишнёвый сад”; 1985) һ.б. спектаклдәрҙе биҙәй. Күп кенә һынлы сәнғәт эштәре авторы: “Өфө ихатаһы”, “Ҡала сите”, “Тәҡдим” (бөтәһе лә — 1990), “Көҙ” (1991), “Минең ҡалам” (1994). “Артыш” ижади берекмәһеағзаһы (1995). 1966 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Волгоград, Ульяновск (икеһе лә — 1984), Өфө (1994, 1995, 1998, 2003, 2010, 2011), Мәскәү (2017) ҡалалары. Эштәре А.А.Бахрушин ис. Театр музейы, Муз. мәҙәниәт музейы (икеһе лә — Мәскәү), БДХМ коллекцияларында, сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2018).

Әҙәб.: Выставка произведений художников-сценографов Республики Башкортостан /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2000.

А.В.Лебедева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019