Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕЖОВ Николай Герасимович

Просмотров: 1134

ЕЖОВ Николай Герасимович (4.1.1922, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны Иҫке Йәҙгәр утары — 1.3.1945, Брансберг ҡ. янында, Германия), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. тиклем Медногорск баҡыр-көкөрт комбинатында эшләй. 1942 й. алып Дон, Сталинград, Көньяҡ, 4‑се Украина, 1‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия армияһы 154‑се уҡсылар дивизияһы 571‑се артиллерия полкының орудие командиры сержант Е. 1945 й. 1 мартында Брансбергтан 30 км көнсығыштараҡ Тифен күле буйындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары менән бүләкләнгән. БР‑ҙың Күгәрсен районы Мораҡ а. һәм Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Ибраһим а. Е. һәйкәлдәр ҡуйылған, Медногорск ҡ. ул йәшәгән йортҡа һәм баҡыр-көкөрт комбинаты бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Герой исеме Мораҡ а. һәм Медногорск ҡ. урамға, Күгәрсен районы Волостновка а. төп мәктәпкә бирелгән.

  Әҙәб.: Разведчики в боях за родину. М., 1967.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.06.2022